Барған ереңә таштай бат
(Кейәү йортона киткән ҡыҙына әсәһенең әйткәне)
Әсәм, таштай бул, тип мине
Сыныҡтырған мең ҡабат,
Бирнәлеккә һүҙе ҡалды:
Никах - диңгеҙ, төш тә бат.
Һирәгерәк әммә хәҙер
Әүерелеүсе ташҡа...
Диңгеҙҙәре һайығамы -
Заман башҡа, заң башҡа.
Ағыштар ташты уйната,
Шымартып тулҡын йыуа,
Ғәрәсәттәр ҡупты иһә
Ҡомташтай ярға ҡыуа.
Күбекташтар ҡалҡа, тиҙәр,
Диңгеҙҙә дауыл мәле,
Һынауҙарға һис бирешмәй,
Ҡымшанмай тос-һәлмәге.
Ташта ғына микән хикмәт?!
Уйлап ҡараһаң төптән -
Тын һыуҙарҙа кескәй ҡом да
Бата ла - ҡала төптә...